Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июнь 2020, 17:05

Ирәкташта аҙашҡандар

Кешеләрҙең социаль селтәрҙә бындағы тәбиғәттең ҡабатланмаҫ матурлығы, сихрилығы хаҡында яҙыуына һоҡланып юлға сыҡҡандар һәм уларҙың күрһәткән маршрут тураһындағы мәғлүмәттәренә ышанғандар...

Кешеләрҙең социаль селтәрҙә бындағы тәбиғәттең ҡабатланмаҫ матурлығы, сихрилығы хаҡында яҙыуына һоҡланып юлға сыҡҡандар һәм уларҙың күрһәткән маршрут тураһындағы мәғлүмәттәренә ышанғандар...
Тик бына, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, интернетта яҙылғандар дөрөҫ булмаған. Унда Тирләндән Ирәкташҡа (Инзерские зубчатки) тиклем ете саҡрым күрһәтелгән. Ә ысынбарлыҡта ул өс тапҡырға күберәк булып сыҡҡҡан. Өҫтәүенә ир менән ҡатын үҙе менән карта ла, навигация сараһын да алмаған. Ярай әле улар тау итәгендә аҙашҡан. Шуға улар ашығыс ярҙам хеҙмәтенә шылтырата алған. Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһенә ҡотҡарыусылар патруле етәксеһе Игорь Окользин хәбәр иткән.
Аҙашҡан туристарға бер ҡайҙа ла китмәй, урында көтөргә ҡушылған. Тик улар ҡотҡарыусыларҙың киләсәгенә ышанмай, төндә урманда ҡалыуҙан ҡурҡып, ҡайҙа икәнлектәрен дә аңламай, юлын артабан дауам иткән. Бәхеткә күрә, Мисель кордонына алып барған юлға сыҡҡандар. Унда ҡатын менән ирҙе ҡотҡарыусылар тапҡан.
Ошо уҡ көндө Учалы ҡалаһынан бер төркөм туристар уйламағанда бәйләнеш булмаған урында ҡотҡарыусыларға тап булған һәм ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Уларҙың береһе Ирәкташтан төшөп барғанда аяғын имгәткән. Һөҙөмтәлә ҡотҡарыусылар йәрәхәтләнгән туристы Белореттағы табиптарға күрһәткән.
“Иң ҡурҡынысы: бындай хәлдәр бер нисә тапҡыр ғына теркәлмәй. Бәләгә тарыған кешеләрҙе ҡотҡарғанда уларҙың тәбиғәткә әҙерлекһеҙ сыҡҡанлығын күрәбеҙ. Йыш ҡына улар кроссовки кейә, бер шешә һыу ала ла юлға сыға... Шулай уҡ кешеләр дөрөҫ булмаған мәғлүмәткә ышана ла, үҙҙәре теләгәнде генә күрәләр? Ә бына бәләгә тарығас ҡына ҡара урмандың ниндәй хәүефле икәнлеге, бындай маршрут буйынса сығыр алдынан ентекле әҙерлек кәрәклеге хаҡында аңламайҙар”, – тип белдергән ҡотҡарыусы.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: drive2.ru
Читайте нас: