Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июнь 2020, 16:05

Шифаханалар, мәктәп лагерҙары һәм спорт секциялары эшләй башлай

Башҡортостанда 29 июндән - шифаханаларға, ял йорттарына, спорт секцияларына, 1 июлдән - ҡала ситендәге мәктәп лагерҙарына, 3 июлдән мәктәп лагерҙарына эшләргә рөхсәт ителә. Республика башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошо турала иғлан итте.

Башҡортостанда 29 июндән - шифаханаларға, ял йорттарына, спорт секцияларына, 1 июлдән - ҡала ситендәге мәктәп лагерҙарына, 3 июлдән мәктәп лагерҙарына эшләргә рөхсәт ителә. Республика башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошо турала иғлан итте. Ләкин Роспотребнадзорҙың ҡаты талаптарын үтәгәндә генә эшләргә мөмкин. «Ҡайҙа улар үтәлмәй – шул учреждениелар ябыла», - тип иҫкәртте ул. Талаптар иҫәбендә - лагер хеҙмәткәрҙәрен медицина тикшереүе, бөтәһе 10 меңдән ашыу анализ эшләргә тура киләсәк.
Сығанаҡ: Башинформ.
Фото: www.pervo.ru
Читайте нас: