Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июнь 2020, 18:15

Туған телдә һөйләшеүсе планшеттар һәм смартфондар

Республиканың балалар баҡсаларында башҡорт һәм татар телдәрендә һөйләшеүсе планшеттар һәм смартфондар барлыҡҡа киләсәк.

Республиканың балалар баҡсаларында башҡорт һәм татар телдәрендә һөйләшеүсе планшеттар һәм смартфондар барлыҡҡа киләсәк.
Уны ошоға тиклем башҡорт телендә һөйләшеүсе ҡурсаҡтар эшләүсе “БашТой” компанияһы етештергән. Был идеяны тормошҡа ашырыуҙа “Маҡсат” төбәк йәмәғәт йәштәр ойошмаһы менән берлектә Башҡортостан башлығы гранты конкурсында еңеү булышлыҡ иткән.
Яуаплылығы сикләнгән “БашТой” йәмғиәте етәксеһе Фәнзил Әҙелбаев билдәләүенсә, улар 2019 йылдың йәйендә ошо проектты тормошҡа ашырыу буйынса эре халыҡ-ара компания менән килешеү төҙөгән. Әлеге ваҡытта компанияның продукцияһы донъяның 80 иленә оҙатыла һәм 40 телдә һөйләшә.
Интерактив ҡурсаҡтар музыкаль плеерҙарҙан, смартфондар, микрофондар, планшеттар, төрлө китаптар һәм башҡа ассортименттан тора.
-Беҙ 40 ҡыҫҡа йырҙар һәм 80 ике юллыҡ башҡорт һәм татар шиғырҙарын яҙҙыртыҡ. Бөтә шиғырҙар ҙа үҙенсәлекле, тап ошо проект өсөн яҙылған. Шулай уҡ ике телдә алфавит яҙылды. Ҡулланыусылар туған телдәрҙә һөйләшеүсе гаджеттарҙың башҡа өҫтөнлөктәрен дә баһалар.
Ҡурсаҡтар Санкт-Петербург ҡалаһында уңышлы һынау үткән һәм хәүефһеҙлек сертификаты алған. Файҙалы смартфондар һәм планшеттарҙы сауҙаларҙан ирекле һатыуҙа алырға мөмкин буласаҡ.
Улар әле үк Сибай ҡалаһының “Ҡурай”, “Светлячок”, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаларына алынған.
Фото: yandex.kz
Читайте нас: