Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2020, 12:25

Арҡайымға барыу тыйыла!

Йыл һайын, 21-22 июндә, Силәбе өлкәһе биләмәһендә урынлашҡан боронғо Арҡайым ҡалаһы биләмәһендә этнофестиваль үтә.

Йыл һайын, 21-22 июндә, Силәбе өлкәһе биләмәһендә урынлашҡан боронғо Арҡайым ҡалаһы биләмәһендә этнофестиваль үтә.
Йәйге ҡояш торошона тап килтерелгән сараның ҡунаҡтарын, ғәҙәттә, йыраҡ булмаған Калининский ҡасабаһы ҡабул итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле был тораҡ пунктта коронавирус усағы асыҡланған. Төбәктәге эпидемиологик хәл үтә ҡатмарлы булыу сәбәпле, Силәбе өлкәһенең ял базалары, пансионаттары, шифаханалары 30 июнгә тиклем эшләмәйсәк. Силәбе өлкәһенең мәҙәниәт министрлығы приказы менән “Арҡайым” ҡурсаулығы эшмәкәрлеге лә туҡтатылған. Уның буйынса хәрәкәт итеү тыйылған һәм тәртипте боҙоусылар язаһын аласаҡ. Музей һәм лагерҙар ҙа эшләмәй.
Фото: youtube.com
Читайте нас: