Ил Конституцияһына төҙәтмәләрҙең береһе президент срогын нулгә тигеҙләштереү булды.
Был норма Владимир Путинға дәүләт башлығы посына һайлауҙарҙа тағы ике тапкыр ҡатнашырға мөмкинлек бирә.
“Әлеге төҙәтмә өсөн “эйе” йәки “юҡ” тип тауыш биргәнсе рәсәйҙәр илдәге бөгөнгө хәлгә айыҡ баһа бирергә тейеш”, – ти “Граждандар контроле” һайлау хоҡуҡтарынр яҡлау ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлеге рәйесе Валех Аббасов.
“Минең өсөн бар ғүмер оҙонлоғонда ике срок яраҡлы. Әммә, икенсе яҡтан, әгәр система эшләй, ил үҫешә икән, бер кешенең бер нисә тапҡыр һайланыуында бер ниндәй ҙә насарлыҡ юҡ. Шуға тауыш биргәндә беҙ шундай һорауҙарға яуап бирергә тейеш: файҙа булырмы? Нимә мөһимерәк: тотороҡлоғто һаҡлаумы, әллә дүрт йыл һайын президентты алмаштырыумы? Барыһы ла үҙебеҙҙән тора!”
Сығанаҡ: bash.news/sputnik