Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2020, 19:50

Онлайн-викторинала ҡатнашығыҙ!

Викторина Дөйөм Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сайтында 15 июндә башланып тора. Уйында теләгән һәр кем ҡатнаша ала, тик уны үткәреү ваҡыты сикләнгән. Еңеүселәргә – аҡсалата бүләктәр.

Уйын – танып белеүҙең иң яҡшы ысулы, тип иҫәпләй билдәле белгес һәм интеллектуаль уйындарҙы популярлаштырыусы Максим Поташев. Ул “Рәсәй: кешеләр, һандар, дәлилдәр” тип аталған яңы онлайн-викторина һорауҙары авторы ла. Викторина Дөйөм Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сайтында 15 июндә башланып тора. Уйында теләгән һәр кем ҡатнаша ала, тик уны үткәреү ваҡыты сикләнгән. Еңеүселәргә – аҡсалата бүләктәр.
Буласаҡ Дөйөм Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу был юлы тәүге тапҡыр һанлы буласаҡ, шуға күрә викторинаның да интернетта үтеүе аңлашыла. Был бәйге 15 июндә Мәскәү ваҡыты менән 11.00 сәғәттә башланды.
Әйткәндәй, был - халыҡ иҫәбен алыу темаһына бәйле икенсе интеллектуаль ярыш. Викторинала Рәсәй төбәктәре һаны кеүек үк 85 һорау. Бөтә һорауҙар ҙа халыҡ иҫәбен алыу, статистикаға бәйле, илебеҙ республикалары, өлкәләре һәм крайҙары тураһында ҡыҙыҡлы дәлилдәр һәм быға тиклем үткән кампаниялар тарихы тураһындағылары ла бар.
Ярышта ҡатнашыу өсөн strana2020.ru сайтында теркәлергә, махсус форма тултырырға һәм электрон почта адресын күрһәтергә кәрәк. Артабан тәҡдим ителгән һорауҙарға яуап бирегеҙ. Яуаптар 19 июндә 11 сәғәткә тиклем ҡабул ителәсәк. Иң тиҙ ваҡыт эсендә максималь дөрөҫ яуаптар биргән өс кеше еңеүсе тип таныласаҡ. Улар етешәр мең һумлыҡ приз аласаҡ.
Дөрөҫ яуаптар һәм еңеүселәр сайтта уйын башланып ете көн үткәс баҫыласаҡ. Киләһе уйындар тураһындағы мәғлүмәт шулай уҡ сайтта донъя күрәсәк.
Дөйөм Рәсәй халыҡ иҫәбен алғандан һуң Рәсәй халҡы һаны һәм структураһы тураһында яңы мәғлүмәттәр билдәле буласаҡ. Тәүҙәрәк уны 2020 йылдың 1 октябренән 31-енә тиклем үткәреү планлаштырыла ине. Эпидемиологик хәл сәбәпле, "Росстат" был кампанияны 2021 йылға күсереү тәҡдиме менән сыҡты.
Халыҡ иҫәбен алыу һанлы технологиялар ҡулланып үтәсәк. Иң төп яңылыҡ – Рәсәй кешеләре Дәүләт хеҙмәттәре порталында үҙаллы мәғлүмәт тултыра аласаҡ. Йорттар буйлап йөрөгән саҡта иҫәп алыусылар махсус программа ҡуйылған планшеттар менән ҡоралланасаҡ. Шулай уҡ күп функциялы үҙәктәрҙәге махсус булдырылған участкаларға барып та үҙең тураһында мәғлүмәт ҡалдырырға мөмкин.
Фото: strana2020.ru
Читайте нас: