Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июнь 2020, 11:40

Саралар быйыл үткәрелмәйәсәк

Табын иконаһы күренеүен байрам итеү буйынса күмәкләп уҙғарыла торған саралар быйыл үткәрелмәйәсәк.

Табын иконаһы күренеүен байрам итеү буйынса күмәкләп уҙғарыла торған саралар быйыл үткәрелмәйәсәк.
Был коронавирус инфекцияһы менән бәйле һәм граждандарҙың сәләмәтлеге өсөн эшләнә, тип хәбәр итә Рус Православие сиркәүенең Өфө епархияһы.
Айырым алғанда, Табын иконаһының күренеүен байрам итеү буйынса Тәре йөрөштәре үткәрелмәй. Шулай уҡ 19 июндә Ғайса пәйғәмбәрҙең әсәһе-Табын ҡатын-ҡыҙҙар монастырендә байрам хөрмәтенә ғибәҙәт ҡылыу митрополия башлығынан тыш ойоштороласаҡ. Был көндә литургияны Бөрө һәм Белорет Епископы Спиридон үткәрә.
Сараны трансляция режимында ҡарап буласаҡ.
Башҡортостан митрополияһы башлығы Никон диндарҙарға Табын иконаһын байрам итеү көндәрендә Табын ҡатын-ҡыҙҙар монастыренә барыуҙан тыйылып торорға кәңәш итә.
Фото: fotokto.ru
Читайте нас: