Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь 2020, 18:30

«Айғыр» турпоезының составы арттырыла

Был миҙгелдә «Айғыр» турпоезының составы пассажирҙар хәүефһеҙ дистанцияны һаҡлай алһын өсөн өстән биш вагонға тиклем арттырыла, тип хәбәр иттеләр Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһенән.

Был миҙгелдә «Айғыр» турпоезының составы пассажирҙар хәүефһеҙ дистанцияны һаҡлай алһын өсөн өстән биш вагонға тиклем арттырыла, тип хәбәр иттеләр Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһенән.
Миҙгелле «Айғыр» поезы 30 майҙан ял һәм байрам көндәрендә йөрөй.
Өфөнән таңғы 7 тула 4 минутта (урындағы ваҡыт) ҡуҙғалып китә, Айғырға — 11 тула 35 минутҡа, Белоретҡа көндөҙгө 1-се 2 минутҡа барып етә. Белореттан – көндөҙгө 4 тула 1 минутта, Айғыр станцияһынан – 6-сы 21 минутта ҡуҙғала, киске 1-се 19 минутҡа Өфөлә була. Өфөнән Айғырға тиклем билет хаҡы – 431 һум 20 тин.
Башинформ.
Читайте нас: