Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2020, 18:50

Ғаилә менән сирләүселәр күҙәтелә

Республикала һуңғы ваҡытта яңы коронавирус инфекцияһының таралыу характеры үҙгәрә төштө.

Республикала һуңғы ваҡытта яңы коронавирус инфекцияһының таралыу характеры үҙгәрә төштө.
Элегерәк кешеләр йәмәғәт урындарында һәм медицина учреждениеларында сир йоҡторһалар, бөгөн ғаилә эсендә бер-береһенә йоғтороусылар күҙәтелә. Нигеҙҙә, улар – өлкән йәштәгеләр.
-Инфекция ҡарттарҙы аямай. Бөгөн беҙ ғаилә менән зарарланыу осраҡтарын теркәйбеҙ. Быға билдәләрһеҙ уҙған формалағы коронавирусты алып ҡайтыусы вахтасылар ҙа сәбәпсе булыуы ихтимал,- ти БР Һаулыҡ Һаҡлау министры Максим Забелин.
Ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса эшләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә, Башҡортостанда мәкерле коронавирус инфекцияһын еңеү маҡсатында эштәр алып барыла. Өфө янында ҙур һәм заманса инфекцион үҙәк асылыу, дауаханаларҙы яһалма тын алдырыу аппараттары менән тулыландырыу кеүек эштәр атҡарылды.
Фото: klub-drug.ru
Читайте нас: