Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2020, 17:45

Башҡортостанда тәүлек эсендә COVID-19 йоҡтороусылар 62-гә артҡан

19 июнгә Башҡортостанда раҫланған коронавирус инфекцияһы осраҡтары һаны 4 792 тәшкил иткән. Тәүлек эсендә республикала 62 кеше COVID-19 йоҡторған, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.

19 июнгә Башҡортостанда раҫланған коронавирус инфекцияһы осраҡтары һаны 4 792 тәшкил иткән. Тәүлек эсендә республикала 62 кеше COVID-19 йоҡторған, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.
Һуңғы тәүлектә республикала коронавирустан вафат булғандар һаны үҙгәрмәгән һәм элеккесә 18 кеше тәшкил итә.
4 792 сирленең 2 267-һе һауыҡҡан, уларҙың 85-е — һуңғы тәүлектә.
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә бөтәһе 7 972 коронавирус осрағы раҫланған. 181 кеше үлгән, 10 443-ө һауыҡҡан.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 569 063 сирле асыҡланған, уларҙың 324 406 һауыҡҡан, 7 841-е вафат булған.
Төбәктәрҙә коронавирусҡа 16,3 миллиондан ашыу тест эшләнгән. Һуңғы тәүлектә генә 330 меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән.
Хәҙер Рәсәйҙә коронавирусҡа шик менән 310 меңдән ашыу кеше табиптар күҙәтеүендә.
Башинформ.
Читайте нас: