Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2020, 15:30

Хәүефһеҙлек саралары күреләсәк

COVID сирлеләр һәм дауалаусы табиптар ҙа Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша ала. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.

COVID сирлеләр һәм дауалаусы табиптар ҙа Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша ала. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.
"Уйлауымса, республикала коронавирус инфекцияһына бәйле хәлде тотороҡландыра алдыҡ. Һаулыҡ һаҡлау системаһы эшмәкәрлеге лә яйға һалынды, әле запаста вирусҡа ҡаршы көрәшеү өсөн 60 проценттан ашыу ҡулайлама фонды бар. Табиптар ҙа кешеләрҙе нисек дауаларға өйрәнде, эш айышына төшөндө. Халыҡ үҙен һәм яҡындарын һаҡлау сараларын үҙләштерҙе.
Быйылғы тауыш биреү аҙна буйы дауам итә. Кешеләр араһындағы социаль арауыҡ боҙолмаһын, улар бер урында күпләп йыйылмаһын өсөн күҙәтеп тороласаҡ. Әле эште ойоштороу һәм матди-техник яҡты көйләү менән мәшғүлбеҙ. Участка комиссиялары асылды, беҙ уларҙы һаҡланыу саралары - битлектәр, бирсәткәләр, күҙлектәр менән тәьмин итәбеҙ. Бинала ике сәғәт һайын дезинфекция үткәреп торасаҡтар", - ти Радий Фәрит улы.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, тауыш биреүҙең ете көн дауамында барыуҙан тыш тағы ла бер үҙенсәлеге - үҙ гражданлыҡ позицияңды өйҙән сыҡмайынса ла белдереп була. Һайлау ҡумталарын йорттар янына ла илтеп ҡуясаҡтар, ихатала һайлау мөмкинлеге лә буласаҡ.
"Башҡортостан тауыш биреү буйынса иң тәртипле төбәктәрҙең береһе булыуы менән айырылып тора. Әлеге ваҡытта халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Күптәрҙең, бигерәк тә оло йәштәгеләрҙең, һайлауға йөрөү, үҙ тауышын биреү, ҡарашын белдереү теләге көслө, шуға күрә беҙҙең бурыс - уларҙың һаулығын хәстәрләү", - тине Радий Фәрит улы һәм тауыш биреүҙең тағы ла бер мөһим мәсьәләһенә туҡталып үтте. Коронавирус инфекцияһы менән ауырығандар, уларҙы дауалаған табиптар өсөн дә махсус шарттар булдырылған.
Үҙәк һайлау комиссияһы менән берлектә бюллетендәрҙе туплап сығарасаҡтар, уларҙың һәр береһе айырым тышлыҡта буласаҡ. Ҡағыҙҙар шартына тура килтереп зарарһыҙландырыласаҡ.
Шулай уҡ "ҡыҙыл зона"ла булғандар өсөн дә махсус һайлау урналары ҡуйыласаҡ.
Фото: orbita96.ru
Читайте нас: