Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2020, 19:05

Республика “Бөйөк илдең бөйөк киноһы” милли акцияһында ҡатнаша

Башҡортостан Республикаһы Хәтер һәм ҡайғы көнөнә ҡарата үткәрелгән “Бөйөк илдең бөйөк киноһы” милли акцияһында ҡатнаша.

Башҡортостан Республикаһы Хәтер һәм ҡайғы көнөнә ҡарата үткәрелгән “Бөйөк илдең бөйөк киноһы” милли акцияһында ҡатнаша.
22 июндә баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн “Мир” сауҙа үҙәге туҡталҡаһының өсөнсө кимәлендә автокинотеатр булдырыла. Тамашасыларға Сергей Бондарчуктың “Кеше яҙмышы” нәфис фильмы һәм “Ябай мөһим һүҙҙәр. Кеше яҙмышы” документаль фильмы тәҡдим ителәсәк, унда һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған шағирҙарҙың шиғырҙары яңғыраясаҡ. Акция 21.30 сәғәттә башлана.
Акция былтыр башланды һәм йыл һайын үткәреләсәк тип билдәләнде. Сара барышында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм шаһиттар тарафынан төшөрөлгән бер фильм күрһәтелә. Һәр фильм – совет халҡының Бөйөк Еңеүҙе ниндәй хаҡ менән яулауын, тыныс тормош хаҡына күпме ҡорбан бирелеүе тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләгән баһалап бөткөһөҙ оло мираҫы.
Фото: kinopoisk.ru
Читайте нас: