22 июнь илебеҙҙә хәтер һәм ҡайғы көнө булараҡ билдәләнә. Тап 1941 йылдың 22 июнь көнөндә илдәге иң фажиғәле һәм ауыр һуғыштарҙың береһе башлана.
Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары хәтер һәм ҡайғы көнөнә саралар әҙерләне. Ул акциялар, флешмобтар, видеопрезентациялар, видеороликтар, спектаклдәр, лекциялар үткәреүҙе күҙ уңында тота.
Илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле бөтә саралар ҙа онлайн режимда ойошторола. Уларҙың исемлеге һәм графигы менән ошо һылтанма буйынса танышырға мөмкин.
https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/281592/
Фото: gazeta-butyrsky.mirtesen.ru