Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2020, 13:35

Ветерандарға айырым парад

Президент Владимир Путиндың ҡарары менән 24 июндә Мәскәүҙә, герой-ҡалаларҙа һәм хәрби округтар штабы урынлашҡан үҙәктәрҙә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата хәрби парадтар үтә. Коронавирус пандемияһына бәйле, был саранан баш тартҡан төбәктәр ҙә бар.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, Өфөлә парад баштан уҡ планлаштырылмаған. Был көндә республиканың район һәм ҡалаларында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн, 9 майҙағы кеүек, шәхсән парадтар үтәсәк.
Шулай уҡ 22 июндә ҡалала был датаға арналған киң саралар ҡаралған. Шул иҫәптән Өфө тимер юл вокзалы биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышына китеүселәр иҫтәлегенә һәйкәл асыласаҡ.
Читайте нас: