“Әле 12 йәшкә тиклемге өс һәм унан күберәк балаһы булғандарға ғаиләләр генә бындай хоҡуҡҡа эйә, – ти Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Беҙ был хоҡуҡ 18 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә лә ҡағылырға тейеш тип иҫәпләйбеҙ. Сөнки 3 балалы ғаилә өлкәне бәлиғ булғансы күп балалы статусын һаҡлай. Тимәк, бындай ғаиләләр өсөн дәүләт билдәләгән өҫтөнлөктәр ҙә һаҡланырға тейеш”.