Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2020, 01:55

"Хәтер шәме" тоҡанасаҡ

Хәтер һәм ҡайғы көнө уңайынан “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе “Башҡортостан” Дәүләт концерт залы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәш гвардия”һы, Башҡортостандың милли симфония оркестры менән берлектә “Хәтер шәме” тип аталған акция ойоштора. Сара 21-нән 22 июндең төнөндә уҙасаҡ.

Быйыл Хәтер һәм ҡайғы көнө 79-сы тапҡыр үтә. Тап ошо көндө 1941 йылдың йәйендә беҙҙең ил тарихындағы иң ҡурҡыныс, миллионлаған кешенең ғүмерен ҡыйған үлемесле һуғыш башлана.
Был көндө бөтә ил буйынса хәтер саралары үҙасаҡ, дәүләт флагтары төшөрөләсәк, баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә, ҡала һәм ауылдарҙа Билдәһеҙ һалдат һәйкәлдәренә, Мәңгелек уттарға, обелисктарға сәскәләр һалынасаҡ.
Акцияны ойоштороусылар тап ошо төндә “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда үҙенсәлекле сара үткәрә. Сарала ҡатнашыусылар һуғышта башын һалған яугирҙар иҫтәлегенә, Еңеү менән ҡайтҡан һалдаттар хөрмәтенә тиҫтәләгән шәм яндырасаҡ. Сара шулай уҡ меңәрләгән хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың исемен тергеҙеүгә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
"Был көндө планеталағы тыныслыҡ өсөн, Тыуған иленең аяҙ күге өсөн башын һалған яугирҙарҙы иҫкә алабыҙ. Тантаналы саралар Рәсәйҙә, сит илдәрҙә лә үтә. Республикала иһә ошондай ғәҙәти булмаған акция менән яу яланында һәләк булған ҡаһармандарҙы иҫкә алырға булдыҡ. Бындай саралар йыл да үткәрелер тип ышанам, - тине "Берҙәм Рәсәй" партияһының башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.Сара 24.00 сәғәттә башлана.
Фото:после-уроков.рф
Читайте нас: