Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2020, 02:19

Рәсми күсерелде

Рәсәй Президенты Владимир Путин VI Бөтә донъя фольклориадаһын 2021 йылға күсереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документтың тулы тексы хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында баҫылды.

Рәсәй Президенты Владимир Путин VI Бөтә донъя фольклориадаһын 2021 йылға күсереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Бөтә донъя фольклориадаһы быйыл 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем Башҡортостанда үтергә тейеш ине. Мәҙәни сара дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарылып килә. Тәүге фестиваль 1996 йылда нидерландтарҙа үтә, артабан Япония, Венгрия, Ҡытай, Корея, Мексикала ойошторола.
ТАСС хәбәр итеүенсә, фольклориадала 85 илдән өс мең артист ҡатнашыр тип күҙаллана, быға республика һәм ил ҡаҙнаһынан 500 миллион һум аҡса йүнәлтеү планлаштырылған. Сығымдарҙың байтаҡ өлөшө - 200 миллион һум тирәһе - 85 коллективты туҡландырыуға, Мәскәүҙән Өфөгә трансферға тотоноласаҡ.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: