Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2020, 14:35

"Һәр ваҡыт лайыҡлы булып ҡалығыҙ!"

Бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин тәбрикләне.

Бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин тәбрикләне.
“Хөрмәтле коллегалар! Традиция буйынса июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә беҙ –ҙебеҙҙең төп һөнәри байрамыбыҙ - Медицина хеҙмәткәре көнөн билдәләйбеҙ. Табип һөнәре – иң беренсе сиратта күңел ҡушыуы, ҙур һәләт ул. Даими уҡыу, тиҙ һәм аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеү, кешенең кисерештәрен тойоу бурысы. Ошо һөнәр менән яҙмышын бәйләгәндәрҙең барыһын да ысын йөрәктән ҡотлайым!
Быйыл беҙ байрамдығәҙәти булмаған шарттарҙа билдәләйбеҙ. Пандемия ваҡытында һәр берегеҙҙең һөнәри оҫталығы һәм кешелеклеге айырыуса сағыу күренде. Ҡурҡыныс инфекция менән көрәштең алғы һыҙығында тороп, һеҙ иң беренсе сиратта үҙ-үҙегеҙгә һәм тирә-яҡтағы барлыҡ доньяға һайлаған эшегеҙгә тоғро булыуығыҙҙы иҫбатланығыҙ. Табип һөнәре барлыҡ осорҙа ла иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе булды һәм буласаҡ. Был юғары исемгә һәр ваҡыт лайыҡ булығыҙ!
Һөнәри оҫталығығыҙ, белемегеҙ артһын, камиллаша барһын, ә маһирлығығыҙ, тәжрибәгеҙ, фиҙакәрлегегеҙ кешеләргә йәшәү өсөн яңы мөмкинлектәр бирһен. Оҙаҡ йылдар дауамында сәләмәтлек, бәхет, именлек һәм уңышлар теләйем һеҙгә!”
Фотолар: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: