Бынан 79 йыл элек башланып, 27 миллионға яҡын совет кешеһенең ғүмерен ҡыйған дәһшәтле һуғыш ҡорбандары хѳрмәтенә ҡаланың Геройҙар аллеяһындағы Мәңгелек ут янына венок һәм ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалынды. Сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, мәғариф идаралығы начальнигы Марина Саранцева, мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Ирек Иҫәнғужин һәм башҡалар ҡатнашты.