Яңылыҡтар
22 Июня 2020, 13:05

"Хәтер шәмдәре"н яндырығыҙ!

Ҡаланың Йәштәрҙең ял үҙәге “Хәтер шәмдәре” патриотик акцияһын башлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡаланың Йәштәрҙең ял үҙәге “Хәтер шәмдәре” патриотик акцияһын башлай. Әйҙәгеҙ, Тыуған илен һаҡлап һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә, хөрмәтенә шәмдәр яндырайыҡ. Бының өсөн бөгөн төнгө сәғәт 11-ҙә кеҫә телефондарының, көнкүреш фонариктарын йәиһә май шәмдәрен яндырып һәм ҡулығыҙға алып, тәҙрә янына, балконға сығып баҫырға ғына кәрәк.
Акцияға бағышланған фотоһүрәттәрегеҙҙе #ФонарикиПамяти #ДеньПамятиискорбиБелорецк хэштегы аҫтында социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырырға мөмкин.
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған!