Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июнь 2020, 00:45

Наградланыусылар араһында яҡташыбыҙ ҙа бар

Бөгөн Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә индергән өлөштәре һәм профессиональ бурыстарын үтәгәндә күрһәткән фиҙакәрлектәре өсөн бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәрен наградлау тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта документ Кремль сайтында баҫылды.

Юғары наградаларға лайыҡ булғандар араһында Башҡортостандан 15 вәкил бар. Республиканың туғыҙ табибы Пирогов орденына, дүрт табип “Тыуған ил алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” II дәрәжә орден миҙалына лайыҡ булһа, ике табипҡа Ҡырым Лукаһы миҙалы бирелде.
Мәғлүм булыуынса, быйыл 19 июндә Рәсәй Президенты илдең хәрби-ялан хирургияһына нигеҙ һалған Николай Пирогов хөрмәтенә – Пирогов ордены, ә хирург, Симферополь һәм Ҡырым архиепискобы Лука хөрмәтенә Ҡырым Лукаһы миҙалын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Пирогов орденына лайыҡ булыусылар араһында Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы баш табибы Евгений Кустов та бар.
Евгений Владимирович пандемия осоронда Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында баш табип урынбаҫары вазифаһын башҡарһа, ошо көндәрҙә Өфөнән уның етәкселегендәге 17 табиптан торған бригада медиктарға коронавирус инфекциялы пациенттарҙы дауалауҙа ярҙам күрһәтеү өсөн Ҡарасәй-Черкес Республикаһына юлланды.
Яҡташыбыҙҙы юғары наградаһы менән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: