Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 18:55

Башҡортостан Башлығы Миллерҙан рәхмәт хаты алды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров исеменә «Газпром» идараһы рәйесе Алексей Миллерҙан рәхмәт хаты килде.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров исеменә «Газпром» идараһы рәйесе Алексей Миллерҙан рәхмәт хаты килде.
Дәүләт эшмәкәре республика етәксеһенең ярҙамын һәм вахтасыларҙы Яҡут Республикаһының Чаянда ятҡылығынан тиҙ генә ҡайтарыуын билдәләне.
«Барлыҡ республика ойошмалары, министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың берлектәге яйға һалынған эше һөҙөмтәһендә вахтасыларҙы ҡайтарыуҙы һәм урынлаштырыуҙы ойоштора, шулай уҡ бөтә тейешле карантин сараларын үтәүҙе тәьмин итә алдыҡ», — тип яҙҙы Алексей Миллер.
Компания идараһы рәйесе һүҙҙәренсә, Башҡортостан менән «Газпром» араһында хеҙмәттәшлек дауам итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика властары 1590 вахтасыға тыуған яғына ҡайтырға ярҙам итте.
Башинформ.
Читайте нас: