Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июнь 2020, 18:55

Онкодиспансерға - яңы яҡтыртҡыс

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкологик ауырыуҙар менән көрәш” төбәк проекты сиктәрендә Республика онкология диспансерына стационар светодиодлы хирургик яҡтыртҡыс алынған.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкологик ауырыуҙар менән көрәш” төбәк проекты сиктәрендә Республика онкология диспансерына стационар светодиодлы хирургик яҡтыртҡыс алынған.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, махсус хирургик яҡтыртҡыстар операция блогында кәрәкле кимәлдә яҡтыртыуҙы тәьмин итә. Яҡтыртҡыстар операция бүлмәһендә ламинар системалары өсөн яраҡлаштырылған конструкция булып ҡылыҡһырлана. Улар һауа әйләнешен кәметә, шуның менән бысраныу мөмкинлеген аҙайта. Бынан тыш, ҡаршылыҡтарҙы динамик компенсациялау системаһы бар. Яҡтыртҡыстарға камералар тоташҡан. Улар операция барышын видеоға төшөрә.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.
Читайте нас: