Башҡортостанда тауыш биреүҙең легитимлығын 35 000 күҙәтеүсе күҙәтәсәк. Был турала бөгөн уҙғарылған “Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү: Башҡортостанда йәмәғәт күҙәтеүе” матбуғат конференцияһында республика Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина белдерҙе.
"Башҡортостанда күҙәтеүселәрҙең өстән ике өлөшө сәйәси партиялар тарафынан тәҡдим ителгән, өстән бер өлөшө – йәмәғәтселәр һәм үҙ-үҙен тәҡдим итеүселәр. Элегерәк республикалағы һайлауҙарҙа 20 мең самаһы күҙәтеүсе эшләһә, был юлы байтаҡҡа күберәк, сөнки тауыш биреү осоро ла оҙайлы, 25 июндән 1 июлгә тиклем. Участкала һәр саҡ биш күҙәтеүсе булырға тейеш. Күҙәтеүселәр корпусына 29 июнгә тиклем ҡушылырға мөмкин. Әле 22 йәмәғәт ойошмаһы һәм сәйәси партияларҙың биш төбәк бүлексәһе эшләргә теләк белдерҙе", – тине ул.
Матбуғат конференцияһында ғариза биреү кампанияһына йомғаҡ яһалды, күҙәтеүселәрҙе ебәреү йәһәтенән сәйәси партияларҙың һәм йәмәғәт ойошмаларының әүҙемлеге тураһындағы мәғлүмәттәр тәҡдим ителде. Сарала шулай уҡ һайлау участкаларында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләһе күтәрелде.
Мәғлүм булыуынса, ҡануниәткә ярашлы, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Дөйөм Рәсәй тауыш биреүен күҙәтеү өсөн йәмәғәт күҙәтеүселәрен ебәрә ала. Матбуғат конференцияһына тиклем Ольга Панчихина йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн онлайн-уҡыу үткәрҙе. Ул шулай уҡ 25 июндән 1 июлгә тиклем Йәмәғәт палатаһының граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарау буйынса колл-үҙәк эшен ойоштороуы тураһында белдерҙе. 1 июль – тауыш биреү көнөндә колл-үҙәк менән бер үк ваҡытта Йәмәғәт палатаһының Хәл-шарттар үҙәге лә эшләйәсәк. Бынан тыш, Йәмәғәт палатаһы ағзалары ингән мобиль төркөм “Граждандар контроле” ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе белгестәре менән берлектә һайлау участкаларындағы етешһеҙлектәр хаҡындағы мәғлүмәтте тикшерәсәк. Был осорҙа йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн Йәмәғәт палатаһының “ҡыҙыу элемтә”һе ойошторола. Уның телефоны: 218-17-74.
"Башҡортостан" гәзите сайьынан. Фото: op.bashkortostan.ru