Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июнь 2020, 02:40

Белорет металлургия комбинаты ғаиләләрҙе хәстәрләй

Белорет металлургия комбинатында йәйге ял кампанияһы “Әсә һәм бала” заезының асылыуы менән башланды.

Белорет металлургия комбинатында йәйге ял кампанияһы “Әсә һәм бала” заезының асылыуы менән башланды.
24 ата-әсә һәм 28 бала “Белоречье” шифахана-профилакторийында 14 көн дауамында сәләмәтлеген нығытасаҡ. Улар өсөн төрлө һауыҡтырыу процедуралары, күңел асыу саралары һәм көнөнә биш тапҡыр туҡланыу ойоштороу ҡаралған.
“Коронавирус инфекцияһына бәйле предприятиеның йәйге һауыҡтырыу программаһы ваҡытына һәм йөкмәткеһенә үҙгәрештәр индерелде. Бар саралар ҙа “Роспотребнадзор” талап иткән ҡағиҙәләрҙе күҙәтеп башҡарыласаҡ. Һәр балаға һәм ата-әсәгә шифахана картаһы тултырылды, унда ял итергә теләгәндәрҙең 14 көн дауамында COVID-19 вирусын йоҡторғандар менән бәйләнештә булмағаны тураһында белешмә лә талап ителде”, - ти БМК-ның персонал менән эшләү идаралығы начальнигы Олег Тертычный.
Фото БМК матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: