Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2020, 14:26

Наградалар - лайыҡлыларға!

Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәрен тантаналы наградлау сараһы үтте.

Һаулыҡ һаҡлау министры Маким Забелин, барыһын да Медицина хеҙмәткәре көнө менән ҡотлағандан һуң, коллегаларына дәүләт һәм ведомство наградаларын тапшырҙы.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, Межгорье халҡының һаулығы һағында торғаны, шулай уҡ COVID-19 инфекциялы пациенттарға медицина ярҙамы күрһәткәне өсөн “Рәсәй Федераль медик-биологик агентлығының Көмөш тәреһе” күкрәк знагы менән Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар ѳсѳн реанимация анестезиологияһы бүлеге, Район-ара перинаталь үҙәге мөдире Надежда Гнедкова наградланды.
Рәсәй Федераль медик-биологик агентлығының Почет грамотаһы менән Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының кардиология бүлеге мөдире Айгөл Ирғәлина һәм Район-ара периналь үҙәгенең яңы тыуған сабыйҙар терапияһының реанимация һәм анестезиология бүлеге мөдире, табип-анестезиолог-реаниматолог Алексей Яковлев бүләкләнде.
Агентлыҡтың Рәхмәт хаттары табип-нейрохирург Тимур Ильясовҡа һәм табип-невролог Дилә Таиповаға тапшырылды.
Читайте нас: