Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июнь 2020, 14:10

Ветерандарға - телефон

Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарының өйҙәрендә булды. Ул “Фронтовиктарға телефон” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә уларға кеҫә телефондарын тапшырҙы.

Был проект “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы һәм “Еңеү ирекмәндәре” йәмәғәт хәрәкәте вәкилдәре менән тормошҡа ашырыла. Ветерандар һәм тыл хеҙмәткәрҙәре “Ветеран” махсус тарифы менән тәьмин ителә, был уларға ғүмер ахырынаса бушлай мобиль бәйләнеш менән ҡулланыу мөмкинлеген бирә. Хәҙер улар теләгән ваҡытта туғандары, ирекмәндәр, медицина хеҙмәткәрҙәре, социаль хеҙмәттәр менән бәйләнешкә инә ала. Махсус тариф лимитһыҙ бәйләнеш һәм селтәр операторы эсендә 300 смс ебәреү һәм башҡа оператор абоненттары менән айына 300 минут бушлай һөйләшеү мөмкинлеген бирә. Телефон төймәләре оло кешеләргә уңайлы булһын өсөн ҙур итеп эшләнгән, айырым “SOS” төймәһе лә бар.
Андрей Иванович ветерандарҙың йәшәү торошо менән ҡыҙыҡһынды, Еңеүҙең 75 йыллығы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ һәм күңел тыныслығы теләне. Ветерандар, үҙ сиратында, хәстәрлек күрһәтеүҙәре һәм иғтибар үҙәгенән ысҡындырмауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Читайте нас: