Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь 2020, 18:35

Алдан тауыш биреү әүҙем бара

25 июндән 30 июнгә тиклем ҡала-районда Рәсәй Конституцияһына тѳҙәтмәләр индереү тәҡдиме йәһәтенән алдан тауыш биреү ойошторолдо. Һайлау участкалары иртәнге 8-ҙән 20 сәғәткәсә халыҡты ҡабул итә.

25 июндән 30 июнгә тиклем ҡала-районда Рәсәй Конституцияһына тѳҙәтмәләр индереү тәҡдиме йәһәтенән алдан тауыш биреү ойошторолдо. Һайлау участкалары иртәнге 8-ҙән 20 сәғәткәсә халыҡты ҡабул итә.
- Тауыш биреү процесы сағыштырмаса әүҙем бара. Бына әле ике сәғәт эсендә 5 кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне лә инде. Ѳйҙән һайларға теләүселәр ҙә бихисап. Был тѳр тауыш биреү хоҡуғы менән, нигеҙҙә, ѳлкән йәштәге граждандар ҡуллана. Әйткәндәй, башҡа һайлауҙарға ҡарағанда, илдең тѳп Законына тѳҙәтмәләр индереү буйынса үткән тауыш биреүгә халыҡ, нисектер, тыныс ҡарай. 1 июль кѳндѳ лә граждандар әүҙемлек күрһәтер, йәштәр ҙә, ололар ҙа һайлауға дәррәү килер, тигән ѳмѳттәбеҙ, - ти 1286-сы һайлау участкаһы рәйесе Миләүшә Мансур ҡыҙы Фәхретдинова.
Ҡайһы бер предприятиелар һайлауҙа ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәре ѳсѳн ниндәйҙер дәртләндереү сараларын да уйлап тапҡан, мәҫәлән, Белорет металлургия комбинаты һәр участкаға лотерея билеттары ѳсѳн махсус йәшниктәр урынлаштырған. Тик тауыш бирергә килгән эшселәр генә таратып бирелгән билеттарҙы шунда тѳшѳрѳп, һуңынан бүләк уйнатыуҙа ҡатнаша аласаҡ.
Һайлау участкаларында һаҡланыу сараларына етди иғтибар бүленә. Уларҙың барыһы ла бер тапҡыр ҡулланыла торған бирсәткәләр, битлектәр, ручкалар менән тәьмин ителгән. Шулай уҡ тауыш биреү процедуралары уҙған бүлмәләрҙе зарарһыҙландырыу ѳсѳн технологик тәнәфес тә ҡаралған.
Читайте нас: