Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь 2020, 11:45

Тауыш биреү башланды!

25 июндән алып илебеҙҙә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү башланды.

25 июндән алып илебеҙҙә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү башланды.
Һайлау участкалары 25 июндән 29 июнгә тиклем 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткәсә, 30 июндә 8.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем, 1 июлдә 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем асыҡ буласаҡ.
Теге йәки был сәбәптәр буйынса өйөнән сыға алмаған, тик тауыш бирергә теләгән граждандар өсөн өйҙән һайлау мөмкинлеге бирелә. Ул шулай уҡ 25 июндән башланды. Республиканың һайлау комиссияһына 95 мең кешенән өйҙән һайлау теләге белдергән мөрәжәғәт килгән. Мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеү 1 июлгә 17.00 сәғәткә тиклем дауам итәсәк.
Һайлауҙы үткәреү өсөн республикала 3431 һайлау участкаһы ойошторолған. Һайлаусылар һаны өс миллиондан ашыу кеше тәшкил итә.
Йәмәғәт күҙәтеүселәренә килгәндә, уларҙың күпселеге “Берҙәм Рәсәй” партияһынан, уларҙың һаны – 10185 кеше. Артабан “Ғәҙел Рәсәй” (65 кеше), “Гражданлыҡ платформаһы” (25 кеше) килә. Исемлектәр әле тулылана. Йүнәлтмәләр 29 июнгә тиклем бирелә, был йүнәлештә эш дауам итә.
Бөгөнгә ҡарата 34500 күҙәтеүсе УИК номеры менән йүнәлтмә алған. Тик уларҙың төрлө сәбәптәр буйынса әҙерәк булыуы ла ихтимал. Шуныһын билдәләйбеҙ, йәмәғәт күҙәтеүсеһе бер участкала ғына эшләй ала.
– Был - һәр кешенең гражданлыҡ позицияһы, ул участкаға бер-ике сәғәткә йәки көн һайын бара ала, – тине Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина. – Йәмәғәт күҙәтеүсеһе булырға хоҡуғы булған һәр кешегә йүнәлтмә бирҙек, бер кемгә лә баш тартманыҡ. Үҙҙәрен үҙҙәре тәҡдим иткәндәр күп. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа әүҙем ҡатнаша был эштә (22 ойошма). Әлеге ваҡытта йәмәғәт күҙәтеүе эше башланды. Улар барлыҡ санитария талаптарының үтәлеүе тураһында хәбәр итә, фотолар ебәрә. Кешеләрҙең күпләп йыйылыуы теркәлмәй.
Һәр бер күҙәтеүсегә Үҙәк һайлау комиссияһы битлек, бирсәткә, санитайзер һәм бер тапҡыр ҡуллана торған ручка биргән. Уларҙың һәм участкаға ингән һәр кемдең температураһы үлсәнә.
Фото: kubnews.ru
Читайте нас: