Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июнь 2020, 01:51

Афарин, Ләйсән!

“Башҡортостан Республикаһы дәүләт йәштәр сәйәсәтенең маҡтаулы хеҙмәткәре” билдәһе менән Башҡорт дәүләт медицина университеты дауалау факультетының V курс студенткаһы, Абҙаҡ ҡыҙы Ләйсән Хызырова тәбрикләнде.

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында республиканың йәш табиптарын һөнәри байрамдары менән ҡотланылар.
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотлап: "Йәш белгестәрҙе тәбрикләү буйынса матур йоланы тергеҙәбеҙ. Республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау тармағының йәш хеҙмәткәрҙәренә ҙур кинәнес менән наградаларҙы тапшырам”, – тине Руслан Хәбибов.
“Башҡортостан Республикаһы дәүләт йәштәр сәйәсәтенең маҡтаулы хеҙмәткәре” билдәләре менән Башҡорт дәүләт медицина университетының “Травматология һәм ортопедия” белгеслеге буйынса ординатор Нәргизә Вилданова, акушер-гинеколог, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник перинаталь үҙәгенең ҡабул итеү бүлексәһе мөдире Динар Ғабдрахманов, Республика клиник психиатрия дауаханаһының баш табибы, республиканың Йәш табиптар советы рәйесе Таһир Ғизәтуллин һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты дауалау факультетының V курс студенткаһы, Абҙаҡ ҡыҙы Ләйсән Хызырова тәбрикләнде.
25 йәш белгескә республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Фотолар: республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
Читайте нас: