Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июнь 2020, 03:30

Күптәр тауыш биргән

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова Конституцияға өҫтәлмәләр буйынса тәүгеләр рәтендә тауыш бирҙе.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова Конституцияға өҫтәлмәләр буйынса тәүгеләр рәтендә тауыш бирҙе.
- Бөгөн мин тауыш бирҙем. Эш көнө булыуға ҡарамаҫтан, кешеләрҙең әүҙемлеге юғары, хатта кабинкаларҙың бушағанын көтөргә тура килде, - тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашҡан депутат.
Шулай уҡ ул, һайлау участкаларында юғары ойоштороу кимәле, битлектәр, бирсәткәләр, зарарһыҙландырыу шыйыҡсылары, бер тапҡыр ҡулланыла торған ручкаларҙың булыуын билдәләй.
Элегерәк депутат беҙҙең журнал сайтына, өҫтәлмәләрҙең ғаиләгә ҡағылған өлөшөн хуплауын да белдергәйне. Был юлы тәүге тапҡыр эшҡыуарлыҡҡа бәйле статьяларҙың килеп сығыуын, тотороҡло сәйәси системаны һаҡлау һәм мәҙәниәтте яҡлау үҙгәрештәренә ыңғай баһаһын әйтте.
Читайте нас: