Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июнь 2020, 18:20

Маныштылар әүҙем һайлай

Манышты ауылында бөгөн, 27 июнь, ҙур байрам. Бөйөк Ватан һуышында һәләк булған яугир ауылдаштар, һуғыш ветерандары, еңеүҙе яҡынайтыу өсөн үҙҙәрен аямай эшләгән тыл ветерандары хөрмәтенә обелиск асылды. Байрам һәм хәтер көнө булыуға ҡарамаҫтан, Манышты мәктәбендә урынлашҡан 1328-се һайлау участкаһында үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәп, тауыш бирергә килгәндәр ҙә бар.

Манышты ауылында бөгөн, 27 июнь, ҙур байрам. Бөйөк Ватан һуышында һәләк булған яугир ауылдаштар, һуғыш ветерандары, еңеүҙе яҡынайтыу өсөн үҙҙәрен аямай эшләгән тыл ветерандары хөрмәтенә обелиск асылды. Байрам һәм хәтер көнө булыуға ҡарамаҫтан, Манышты мәктәбендә урынлашҡан 1328-се һайлау участкаһында үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәп, тауыш бирергә килгәндәр ҙә бар. Участка һайлау комиссияһы ағзалары Ләйсән Кинйәбулат ҡыҙы Сәйетова, Рәсилә Риф ҡыҙы Билалова тауыш бирергә килгәндәргә битлектәр, бирсәткәләр, ручкалар биреп, тән температураһын үлсәгәндән һуң, һайлаусыларҙың паспорттарын ҡарап, журналға теркәп, бюллетендәр тапшыралар. Ошо һайлау участкаһына Сәфәрғол ауылы ла ҡарай. Бөгөн ул ауылдан өйҙә һайларға рөхсәт менән ғариза яҙыусы оло йәштәге һайлаусыларға барып һайлатыу бурысы ла тора комиссия ағзаларына.
Читайте нас: