-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июнь 2020, 17:50

Барыһы ла әүҙем ҡатнашһын

Егәҙе ауылы клубында урынлашҡан 1319-се һайлау участкаһы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә тап килтереп йыһазландырылған, тауыш биреүселәргә битлек, бирсәткәләр һәм бер тапҡыр ҡулланыла торған ручкалар әҙерләнгән, антисептиктар, аралыҡ өсөн билдәләр ҡуйылған.

Комиссия рәйесе Илгиз Сәғәҙәтов әйтеүенсә, халыҡ бында үҙ ваҡытына ҡарап, көн дә килеп гражданлыҡ бурысын үтәп тора. Комиссия ағзалары һайлау участкаһына килә алмаған граждандарҙы өйҙәренә барып тауыш бирҙертә. Улар һаҡлағыс халат, битлек, бирсәткә кейә һәм барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәй.
Ауыл хакимиәте башлығы Ринат Яныбаев та гражданлыҡ бурысын тәүгеләрҙән булып үтәне:
- Минең уйымса, бындай сәйәси ваҡиғаларға еңелсә генә ҡарарға, үҙ тауышыңды бирмәй, һайлау һөҙөмтәләрен ситтән генә күҙәтергә ярамай. Дәүләтебеҙ, республикабыҙ, ауылдарыбыҙ халҡының киләсәгенә йоғонто яһаған сарала барыһын да ихлас ҡатнашырға саҡырам, - тине ул.