Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2020, 12:10

"Башҡортостанда һайлаусыларҙың 50% тауыш биргән"

Башҡортостанда, 29 июнгә Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, һайлаусыларҙың 50% тауыш биргән, уларҙың 300 меңгә яҡыны – өйҙә, тип хәбәр итте республика башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй 24» телеканалында интервью барышында.

Республика Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе Илона Макаренко менән бергә ул пандемия шарттарында тауыш биреүгә әҙерлек тураһында һөйләне.
Референдумды ете көн дауамында уҙғарыу графигы һайлау участкаларында халыҡтың йыйылыуына юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирә, тип билдәләне Башҡортостан башлығы. Бынан тыш, республика предприятиелары ҡыҫҡа ваҡыт эсендә шәхси һаҡланыу сараларының бөтә төрҙәрен тиерлек етештереүҙе яйға һала алды, уларҙың запасы күп. Үҙәк һайлау комиссияһы санитар-һаҡланыу нормаларын үтәү: форма кейеү, даими дезинфекция, инеү-сығыу юлдарын билдәләү буйынса участка комиссиялары өсөн уҡыуҙар үткәрҙе. 1 июлдә участкаларға башҡа көндәргә ҡарағанда күберәк кеше килер, моғайын, һәм беҙ шуға әҙерләнәбеҙ, тине башлыҡ.
Илона Макаренко һүҙҙәренсә, республикала Йәмәғәт палатаһы 30 меңгә яҡын күҙәтеүсенән пул төҙөгән. 309 участкала улар видеокүҙәтеү ҡуллана.
Башинформ.
Читайте нас: