Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2020, 20:25

Үҙебеҙ йәшәргә теләгән ил өсөн тауыш бирәйек!

Бөгөн ил Президенты Владимир Путин тағы бер тапҡыр Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте. Владимир Владимирович халыҡты Конституцияға үҙгәрештәр индереү өсөн тауыш бирергә саҡырҙы.

Бөгөн ил Президенты Владимир Путин тағы бер тапҡыр Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте. Владимир Владимирович халыҡты Конституцияға үҙгәрештәр индереү өсөн тауыш бирергә саҡырҙы.
– Иртәгә, 1 июлдә, төп тауыш биреү көнө. Ҡәҙерле дуҫтар, үҙегеҙҙең һүҙегеҙҙе әйтеүегеҙҙе һорайым. Һәр берегеҙҙең тауышы мөһим, – тине ул.
Дәүләт башлығы тауыш биреүҙең бер нисә көн барыуын хәтергә төшөрҙө. Был халыҡтың һаулығын тәьмин итеү өсөн шулай эшләнгәйне. Ошоға тиклем һайлаған кешеләргә ул рәхмәт әйтте. Владимир Путин илдең Төп Законына үҙгәрештәр индереү буйынса үҙенең позицияһын белдерҙе.
– Минең позициям аныҡ, үҙгәрмәҫ һәм ҡаты: конституцияның яңыртылған тексы, бөтә тәҡдим ителгән үҙгәрештәр тик һеҙ хуплаған саҡта ғына индереләсәк, - тине ул.
Тотороҡлолоҡ, хәүефһеҙлек, именлек һәм лайыҡлы тормошто тик үҫеш менән генә тәьмин итеп була тип өҫтәне ул. “Рәсәй суверенитеты тап беҙҙең яуаплылыҡ, ихлас патриотизм хистәре, илебеҙ тураһындағы хәстәрлегебеҙҙә тора, шулай уҡ тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә, тыуған телебеҙгә, йолаларыбыҙға, ата-бабаларыбыҙ ҡаҙаныштары һәм уңыштары тураһындағы хәтеребеҙгә бәйле”, – тине Владимир Путин.
Президент фекеренсә, Конституцияға үҙгәрештәр өсөн тауыш биреп, Рәсәй халҡы үҙҙәре йәшәргә теләгән ил өсөн тауыш бирә.
– Беҙ аныҡ хоҡуҡи нормаларға индерелгән үҙгәрештәр өсөн генә түгел, үҙебеҙ йәшәргә телгән ил өсөн тауыш бирәбеҙ. Заманса белем биреү һәм һаулыҡ һаҡлау, ышаныслы социаль яҡлау, һөҙөмтәле власть өсөн. Беҙ уның мәнфәғәте өсөн эшләгән илебеҙ һәм балаларыбыҙ менән ейәндәребеҙгә тапшырырға теләгән илебеҙ өсөн тауыш бирәбеҙ. Шуға күрә ышанам: һәр кем мөһим ҡарар ҡабул иткән саҡта тәү сиратта үҙенең яҡындары, беҙҙе берләштергән ҡиммәттәр тураһында уйлай.
Фото: nm45.ru
Читайте нас: