Өфөлә «Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенә ҡараш» халыҡ-ара урбанистика форумы асылды. Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков килде.
Федераль министрлыҡ етәксеһе һәм республика башлығы Өфөнөң Дим биҫтәһендә вуз-ара студент кампусы төҙөлөшө өсөн майҙансыҡты ҡараны. Радий Хәбиров билдәләүенсә, заманса күп функциялы комплекс биш мең кешегә иҫәп тотоп төҙөлә.
Форумда төрлө төбәктәрҙән һәм илдәрҙән спикерҙар ҡатнашлығында тематик сессиялар уҙғарыла. «Ҡала үҫеше драйверы булараҡ фәнни-белем биреү үҙәге» сессияһында форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы сәләмләне.
«Ҡунаҡсыл Өфөлә осрашыу һәм киләһе йылдарҙа беҙҙе уратып алған мөхитте нисек формалаштырыу, халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыу тураһында фекер алышыуға саҡырыуыбыҙҙы ҡабул иткәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт әйткем килә», — тине Радий Хәбиров һәм бөтә санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәргә саҡырҙы.
Әлеге тематик секция – иң ҡыҙыҡлыларҙың береһе, тип билдәләне республика башлығы.