Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2020, 15:50

Һайлаусыларҙың 80 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән

Республикала бөгөн 3 меңдән ашыу һайлау участкаһы эшләй. Конституцияға төҙәтмәләр буйынса рәсми тауыш биреү көнөндә, әле һайлаусыларҙың 76,32 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.

Республикала бөгөн 3 меңдән ашыу һайлау участкаһы эшләй. Конституцияға төҙәтмәләр буйынса рәсми тауыш биреү көнөндә, әле һайлаусыларҙың 76,32 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.
Был турала республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы секратаре Марина Долматова белдерҙе. Дөйөм һандан - 76,68 проценты Өфө ҡалаһы халҡына тура килә. Башҡа ҡалаларҙа – 71,21, райондарҙа- 77,57 процент тауыш бирелгән.
Һайлаусыларҙың 31 меңдән ашыуы - бөгөн тәүге тапҡыр тауыш биреүҙә ҡатнашҡан йәштәр. Өлкәндәр араһында 129 мең кеше - 80, ә 203 кеше - 100 һәм унан да юғарыраҡ йәштәге ололар.
Үҙәк һайлау комиссияһының ҡарарына ярашлы, быйыл мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә тауыш биреүгә ҡулайлашҡан айырым урындар асылған. Ундай участка республикала - 7.
Марина Долматова әйтеүенсә, исемле участкаларҙа әүҙемелек айырыуса юғары. Мәҫәлән, Әбйәлил районының Таһир Күсемов исемендәге тауыш биреү участкаһында кешеләрҙең - 75, Бәләбәй районындағы Сергей Аксаков исемендәге - 84, Илеш районында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге участкала һайлаусыларҙың 89 проценттан ашыуы тауыш биргән дә инде. Шулай уҡ Рәсәй Геройы Миңнеғәле Шайморатовтың тыуған ауылында ла бик әүҙем тауыш бирелә.
Үҙәк һайлау комиссияһында 4 июндән ҡыҙыу линия эшләй. Бәйләнеш өсөн телефон һандары - 280-95-06.
Фото: altaicholmon.ru
Читайте нас: