Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2020, 14:00

"Илебеҙ бөтөнлөгө өсөн"

1305-се Абҙаҡ һайлау участкаһында иртәнге сәғәт унынсы яртыға тиклем һайлаусыларҙың 35 проценты үҙҙәренең тауышын биреп өлгөргән. Участка рәйесе Хәтижә Бәхти ҡыҙы Ғайсина әйтеүенсә, халыҡ бөгөн актив ағыла. Иртәнге сәғәттәрҙә, бигерәк тә оло йәштәгеләр, үҙ тауыштарын бирергә күпләп килә. Бында хоҡуҡ һаҡлау органынан һәм “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан күҙәтеүселәр бар. Һайлау тыныс бара, хоҡуҡ боҙоуҙар күҙәтелмәй. Көндөҙгө сәғәт икенән һуң, һаулыҡтары буйынса тауыш бирергә килә алмағандарҙы һәм 65 йәштән уҙған өлкәндәрҙе өйҙәренә барып һайлатасаҡтар. Тәүләп һайлаусылар һаны 20. Уларға махсус Дипломдар тапшырыла.

1305-се Абҙаҡ һайлау участкаһында иртәнге сәғәт унынсы яртыға тиклем һайлаусыларҙың 35 проценты үҙҙәренең тауышын биреп өлгөргән. Участка рәйесе Хәтижә Бәхти ҡыҙы Ғайсина әйтеүенсә, халыҡ бөгөн актив ағыла. Иртәнге сәғәттәрҙә, бигерәк тә оло йәштәгеләр, үҙ тауыштарын бирергә күпләп килә. Бында хоҡуҡ һаҡлау органынан һәм “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан күҙәтеүселәр бар. Һайлау тыныс бара, хоҡуҡ боҙоуҙар күҙәтелмәй. Көндөҙгө сәғәт икенән һуң, һаулыҡтары буйынса тауыш бирергә килә алмағандарҙы һәм 65 йәштән уҙған өлкәндәрҙе өйҙәренә барып һайлатасаҡтар. Тәүләп һайлаусылар һаны 20. Уларға махсус Дипломдар тапшырыла.Был һайлау участкаһында Абҙаҡ мәктәбе директоры Гөлшат Рауил ҡыҙы Йомағужина үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне һәм фекерҙәре менән уртаҡлашты:- 1993 йылда ҡабул ителгән Конституцияны тулыһынса беләм һәм беҙ уны дәрестә балалар менән дә өйрәндек. Уҡыусыларға уны ни тиклем иртә аңлата башлайһың, шул тиклем иртәрәк үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын тоясаҡтар һәм илебеҙҙең төп документына ҡарата уларҙың ҡарашы формалашасаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло, урта быуын кешеләренең ҡайһы берҙәре беҙҙең мөһим документтың эсендә нимә барлығын, һәр статьяның нимә аңлатҡанын белеп бөтмәй.Конституцияға үҙгәрештәр индерелеүгә ҡарата төрлө фекерҙәр булды. Башта мин был һорауға ҡарата кире ҡарашта инем. Сөнки ул үҙенә күрә һәр яҡлап уйлап эшләнелгән, яҡшы формалашҡан документтарҙың береһе. Әгәр ҙә халыҡтың йәшәү рәүешен, медицинаны яҡшыртыу маҡсатында Конституцияға үҙгәрештәр индереү тураһында һүҙ йөрөтһәк, бығаса булған төп документ дәүләт эшмәкәрҙәренә быларҙы эшләү өсөн бер ҙә ҡамасау түгел ине. Тауыш бирер алдынан оҙаҡ ҡына уйланып йөрөгәс кенә бер фекергә килдем. Конституция өсөн беҙ барып тауыш бирергә, үҙебеҙҙең һүҙҙе әйтергә тейешбеҙ, тип уйлайым. Бөгөнгө гражданлыҡ бурысымды Рәсәйҙең башҡа илдәр араһында бөтөн дәүләт булып ҡалһын һәм үҙ көсөн артабан да юғалтмаһын тигән маҡсатта бирҙем. Рәсәйҙең эсендә төрлө хәлдәр булырға мөмкин, әммә ләкин уның тышҡы мөнәсәбәте мөһимерәк урында тора. Әгәр илебеҙҙең бөтөнлөгө өсөн үҙ тауышыбыҙҙы бирмәһәк, уны төрлө илдәр төрлө яҡҡа тартҡылап бөтәсәк.
Читайте нас: