Әзекәй ауыл хакимиәтенә ҡараған 1311-се һанлы Боғанаҡ һайлау участкаһы ла иртәнге сәғәттәрҙән үк гөрләп тора.
- Тауыш биреү әүҙем бара. Исемлек буйынса был участкала йәмғеһе 562 кеше тауыш бирергә тейеш. Әлеге мәлдә 346 гражданин үҙ позицияһын белдерҙе. Өйҙән тороп тауыш биргәндәр ҙә байтаҡ. 10 кеше быйыл тәүге тапҡыр һайлай, уларҙың өсәүһе үҙ тауышын биреп, грамота алып ҡайтты. Дөйөм алғанда, ил кимәлендәге мөһим ваҡиға тыныс шарттарҙа уҙа, - ти тауыш биреү барышы менән таныштырып һайлау участкаһы рәйесе Людмила Николаевна Ватагина.
Коронавирустан һаҡланыу саралары бында ла еренә еткерелеп үтәлә, һайлаусылар бер тапҡыр ҡулланыла торған бирсәткә-битлек, авторучка менән тәьмин ителә. Белорет медицина колледжы студенты, ирекмән Вадим Бәхтиев ишек төбөндә үк һәр ҡайһыһының тән температураһын үлсәп, ҡулдарына дезинфекциялаусы шыйыҡса һиптереп тора.
- Һайлауҙа икенсе тапҡыр ҡатнашыуым. Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр илебеҙҙең үҫешенә, халыҡтың яҡшы йәшәйешенә булышлыҡ итер тигән өмөттәмен, - ти алдынғы ҡарашлы әүҙем егет.