Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2020, 21:05

"Рәсәй киләсәгенә нигеҙ һалабыҙ"!

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин да Конституцияға төҙәтмәләр индереүгә тауыш бирҙе.

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин да Конституцияға төҙәтмәләр индереүгә тауыш бирҙе.
Уның фекере буйынса, бөгөн киләсәк тормошобоҙ ысынбарлығын сағылдырған мөһим ҡарарҙар ҡабул ителә. Төп Законға индерелгән үҙгәрештәр тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләренә лә ҡағыла, шул иҫәптән дингә лә.
– Беренсе тапҡыр илебеҙ Конституцияһында Аллаһҡа ышаныу телгә алына. Эйе, дин дәүләттән айырымланған, тик беҙ бөтәбеҙ ҙә ошонда тыуғанбыҙ, быуаттар буйы бергә йәшәйбеҙ, һәм беҙҙең халыҡтарҙың рухи-әхлаҡи йолаларын хәстәрләү булараҡ, Аллаһҡа ышаныу шулай уҡ Конституцияла сағылыш алырға тейеш. Рәсәй халҡы ҡабул иткән ҡарар өсөн беҙҙе бер кем дә хөкөм итә алмай. Бөгөн мин бөтәһен дә тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашырға, илебеҙ, балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ киләсәгенә үҙебеҙҙең ҡарашты белдерергә саҡырам, – тине ул.
Фото: Башинформ.
Читайте нас: