Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2020, 13:45

Шығайҙар һәр ваҡыттағыса әүҙем

Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы бинаһында урынлашҡан 1352-се һанлы һайлау участкаһы 25 июндән бирле әүҙем эшләй. 571 кеше теркәлгән ауылда әлеге ваҡытта 362 кеше тауыш биргән.

Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы бинаһында урынлашҡан 1352-се һанлы һайлау участкаһы 25 июндән бирле әүҙем эшләй. 571 кеше теркәлгән ауылда әлеге ваҡытта 362 кеше тауыш биргән.
- Илдең төп Законына төҙәтмәләр индереү тәҡдиме йәһәтенән тауыш биреү яҡшы бара. Әле бына ике сәғәт эсендә 32 кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. 25 июндән 30 июнгә тиклем ойошторолған алдан тауыш биреүҙә лә бихисап ғаризалар ҡабул иттек, - ти һайлау комиссияһы рәйесе Айгизә Марат ҡыҙы Әбҡәдирова.
Милли йыр-моңдар яңғырап торған һайлау участкаһында хәүефһеҙлек сараларына ла етди иғтибар бүленә - комиссия ағзалары һәр тауыш биреүсенең тән температураһын үлсәп, ҡулдарын дезинфекциялаусы шыйыҡса менән эшкәрттереп, бер тапҡыр ҡулланыла торған битлек, бирсәткәләр, авторучка тәҡдим итә.
Читайте нас: