Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2020, 20:50

Йәштәр әүҙемлек күрһәтә

1310-се Ҡоҙғон-Әхмәр һайлау участкаһында ла, районыбыҙҙың башҡа ауылдарында кеүек үк, Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө ойошҡанлы бара. Мөһим сәйәси кампания тәүге тапҡыр ябай булмаған шарттарҙа үтеүенә ҡарамаҫтан, Ҡоҙғон-Әхмәр, Ҡарайылға ауылдары халҡы Конституцияға төҙөтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙә теләп ҡатнаша.

1310-се Ҡоҙғон-Әхмәр һайлау участкаһында ла, районыбыҙҙың башҡа ауылдарында кеүек үк, Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө ойошҡанлы бара. Мөһим сәйәси кампания тәүге тапҡыр ябай булмаған шарттарҙа үтеүенә ҡарамаҫтан, Ҡоҙғон-Әхмәр, Ҡарайылға ауылдары халҡы Конституцияға төҙөтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙә теләп ҡатнаша.
Ҡыҙыу эш мәле тип тормай, “Беҙҙең ил, беҙҙең Конституция, беҙҙең ҡарар!” девизы менән үткән мөһим ваҡиғаға халыҡ яуаплы ҡарап, һайлау участкаһына барып гражданлыҡ бурысын үтәргә тырыша.
Күптәр алдан тауыш биреп тә өлгөргән, тәүге көндә һайлаусыларҙың һаны 41-гә еткән. Сәйәси кампания 25 июндә үк башланһа ла, 1 июлдә лә үҙ тауыштарын бирергә теләүселәр байтаҡ әле. Һайлау участкаһына аҙна дауамында оло йәштәгеләр күпләп йөрөһә, бөгөн иһә йәштәр әүҙемлек күрһәтә.
Шулай уҡ тәүге тапҡыр тауыш биреүсе 7 ҡыҙ һәм егет тә гражданлыҡ бурыстарына тоғро ҡалып, үҙ позицияһын белдерҙе. Йәштәрҙе тәбрикләп Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренконың хаты, бәләкәй генә бүләктәр тапшырылды.
Зөлфиә Хәмзина ла күптән түгел 18 йәшен тултырған, ҡыҙ тәүге тапҡыр үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә килгән. Алдында Берҙәм Дәүләт имтихандары торған уҡыусы илебеҙ Конституцияһы, уның Рәсәй халҡына нимә бирере тураһында яҡшы белә, сөнки ул йәмғиәтте өйрәнеү фәненән имтихан тотасаҡ.
Оло быуындың бындай сараларҙан ситтә ҡалмауына өйрәнеп тә бөттөк. Быйылғы сарала өйҙәрендә тауыш биреү мөмкинлеге тыуҙырылыуға ҡарамаҫтан, уларҙың күптәре һайлау участкаһына килеп, үҙ тауыштарын махсус йәшниккә төшөрөүҙе хуп күрҙе. Лут ағай Нухов та ғүмерендә ул бик күп тапҡыр ошондай сараларҙа ҡатнашҡан, гражданлыҡ бурысына һәр саҡ яуаплы ҡараған. Уҙаман ил киләсәге өсөн мөһим тауыш биреүҙән был юлы ла ситтә ҡалманы.
Әлеге сәғәткә халыҡтың 88,19 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән.
Пандемия шарттарында, иң мөһиме, санитар талаптар үтәлә, һәр тауыш биреүсегә бирсәткә, битлек һәм бер тапҡыр файҙаланыла торған ручка бирелә. Тауыш биреү тыныс шарттарҙа үтә, һайлау комиссиялары ағзалары менән бер рәттән полиция хеҙмәткәрҙәре лә эшләй.
Читайте нас: