Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июль 2020, 18:05

Һѳҙѳмтәләр әҙер

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына тѳҙәтмәләр индереү йәһәтенән тауыш биреүҙең йомғаҡтары менән таныштырҙы. Дәүләттең тѳп Законына үҙгәрештәр индереүгә тѳбәк халҡының 88,7%-ты хуплау белдерһә, 10,6% - был тәҡдимгә ҡаршы ҡул ҡуйған. Республикала йәмғеһе 2 млн. 763 (90,83%) кеше һайлауҙа ҡатнашҡан.

Рәсәйҙә тѳҙәтмәләр ѳсѳн һайлаусыларҙың 78%-ты ыңғай яуап биргән, 21% иһә ҡаршы тѳшкән. Дѳйѳм тауыш биреүселәр һаны 65%-ты тәшкил иткән.
Белорет районы халҡы ла ил кимәлендә хәл ителгән сәйәси ваҡиғаға яуаплы ҡараған. Район-ҡалала урынлашҡан 78 һайлау участкаһында бѳтәһе 72988 (93,63%) кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән, шуларҙың 68853-ѳ (94,35%) - Рәсәй Конституцияһын яңыртыу тәҡдиме менән ризалашһа, 3688 (5,05%) һайлаусы ҡаршы тѳшкән.
Фото: Башинформ.
Читайте нас: