Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июль 2020, 11:25

Өфө – “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы”. Ҡотлайбыҙ!

Өфө ҡалаһына Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән абруйлы исем бирелде.

Өфө ҡалаһына Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән абруйлы исем бирелде.
Әйткәндәй, был исемде Өфө менән бергә егерме ҡала - Түбәнге Новгород, Ярославль, Пермь, Екатеринбург, Түбәнге Тагил, Силәбе, Магнитогорск, Һамар, Һарытау, Омск, Ҡазан, Новосибирск, Ижау, Томск, Ульяновск, Иваново, Новокузнецк, Иркутск һәм Борович алды.
Граждандар был эштә әүҙем ҡатнашты, Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биргән көндө халыҡ ҡултамғаларын ҡалдырҙы. Дөйөм алғанда, башланғысты миллиондан ашыу кеше хупланы.
“Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән почетлы исем биреү тураһындағы закон 2020 йылда ҡабул ителде. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Еңеү өсөн ҙур көс һалған, илде бер туҡтауһыҙ хәрби һәм гражданлыҡ тауарҙары менән тәьмин иткән, киң күләмдә хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәткән ҡалаларға бирелә.
Был мөһим ваҡиғаға ҡарата үҙ фекерен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та белдерҙе. Ул социаль селтәрҙәрҙә пост яҙып, ҡыуанысы менән уртаҡлашты һәм хәбәрселәр менән аралашты.
"Бик ныҡ бәхетлемен. Әлбиттә, был беҙҙең өсөн бик мөһим. Ата-бабаларыбыҙға, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында армия ҡеүәтен нығытыуҙа ярҙам иткән кешеләргә хөрмәт билдәһе был. Үҙебеҙҙең ҡалабыҙ өсөн ғорурлыҡ хисе. Башҡортостанда, Өфөлә йәшәүебеҙ менән ғорурланырға тейешбеҙ. Йәштәр ҡалабыҙҙың ил өсөн нимә эшләгәнен белергә тейеш, – тине ул. – Был еңел генә бирелмәне. Тарихты белгән кешеләр аңлай, ул ваҡыттарҙа һәр ҡала фашистик Германияны еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Өфө – ҙур ҡала, һәм был объектив ҡарар. Бында нефть тармағы, двигателдәр эшләү әүҙем бара, төрлө тауарҙар етештерелә. Бик күп хәрби госпиталь була, улар хәрбиҙәрҙе шәбәйтеп, кире алғы һыҙатҡа сығаралар".
Был ҡарар ҡабул ителгәнен барыбыҙ ҙа бик тулҡынланып көттөк, тине Радий Фәрит улы. “Берҙәм Рәсәй” партияһы Генераль советы секретары Андрей Турчак белдереүенсә, иң күп ҡултамға Башҡортостанда йыйған – бер миллиондан ашыу.
"Владимир Владимирович үҙенең ҡарары тураһында әйткәс үк беҙ Өлфәт Мансур улы менән уйлай башланыҡ: был статусты хәтерҙә нығытыу өсөн нимә эшләргә кәрәк? Матур объекттар булдырыу, ҡаланы артабан үҫтереү мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Был – беҙҙең дөйөм еңеү, ҡултамғаһын ҡуйған һәр кемгә рәхмәт!"
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: