Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июль 2020, 15:15

"Юғары исемгә лайыҡ!"

Өфөгә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән юғары исем бирелде. Быны тәү сиратта башҡала халҡы менән берлектә Өфөнөң почетлы граждандары ла баһаланы.

Өфөгә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән юғары исем бирелде. Быны тәү сиратта башҡала халҡы менән берлектә Өфөнөң почетлы граждандары ла баһаланы.
Билдәле булыуынса, почетлы исемдәр йөрөткән шәхестәр араһында төрлө һөнәр кешеләре бар. Шуларҙың береһе РСФР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы Фидан Ғафаров беренселәрҙән булып ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
-Ҡалабыҙ һис шикһеҙ хеҙмәт ҡаһарманлығы тигән юғары исемгә лайыҡ. Әле лә ул көндән көн матурая, ошо гүзәллек менән беҙ кинәнеп йәшәйбеҙ. Ҡаланы матурлау, зауыҡлы итеү өсөн күп көс һалына, ябай кешеләр ҙә был изге эштәргә битараф түгел.
Беҙ, сәнғәт кешеләре лә, әйләнә-тирәләге тормошҡа битараф түгелбеҙ, бар башланғыстарҙы ла хуплайбыҙ. Өфөнө, күп милләтле тамашасыларымды яратам. Барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, ҡояшлы, матур көндәр теләйем.
Фото: afisha.yandex.kz
Читайте нас в