17 белгестән торған табиптар бригадаһы республика башлығының һорауы буйынса коронавирусҡа ҡаршы көрәшеү өсөн Ҡарасәй-Черкес республикаһына эш командировкаһына киткәйне
Ошо көндәрҙә бригаданан дүрт белгескә "Ҡарасәй-Черкес Республикаһының атҡаҙанған табибы" тигән маҡтаулы исем бирелгән. Төбәк етәксеһе Рәшит Темрезов ҡулынан юғары наградаларҙы Руслан Ғүмәров, Салауат Өмөтбаев, Евгений Кустов һәм Константин Золотухин алған.
Кемдәр улар – герой-табиптар?
Салауат Өмөтбаев 2011 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлап, уҡыу йорто клиникаһында эшләй башлаған. 2019 йылдың апреленән – табип-невролог. Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш башланыу менән ошо эшкә әүҙем тотона.
Константин Золотухин – республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш анестезиолог-реаниматологы, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында бүлек мөдире.
Евгений Кустов – Белорет үҙәк район дауаханаһының баш табибы.
Руслан Ғүмәров Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһында статистика бүлеге мөдире булып эшләй, терапевт. Ошо уҡыу йортон 2003 йылда тамамлағас, тәүҙә Красноусол үҙәк район дауаханаһында табип-терапевт бурысын атҡарған. Өфөләге клиникала бүлек мөдире булып эшләй башлағас, унда һаҡсыл етештереү системаһын индергән. Клиник апробацияларҙа ҡатнаша, белемен даими камиллаштыра. Эске органдар сирҙәрен, инфекция ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау ваҡытында тикшеренеүҙәрҙең яңы методикаһын файҙалана. Шул уҡ ваҡытта ул – алты бала атаһы. Ғүмәров ковид-госпиталгә эшкә киткән саҡта иң бәләкәйе ике аҙналыҡ ҡына була.
Ҡарасәй-Черкес республикаһында ул пациенттарҙы ҡабул итеүҙе ойоштора, госпиталде таҙа һәм ҡыҙыл зоналарға бүлә, табиптар өсөн тәҡдимдәр әҙерләй.
Фото: республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.