-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2020, 11:45

Ҡытайҙан ҡайттылар

Кисә “Өфө” аэропорты Шанхайҙан килгән самолетты ҡаршы алды. “Аэрофлот” компанияһы хеҙмәтләндергән рейс Шанхай–Мәскәү– Өфө–Новосибирск маршруты Ҡытайҙан тыуған яғына 17 яҡташыбыҙ һәм күрше төбәктәрҙән 24 кешене алып ҡайтты.

Туристарҙы алып ҡайтҡан рейсты 2-се терминалда хеҙмәтләндерҙеләр. Таможня һәм сик контролен пассажирҙар Мәскәүҙә “Шереметьево” аэропортында үткән. Өфөлә уларҙың тән температураһын тикшерҙеләр, "Роспотребнадзор" белгестәре мотлаҡ ике аҙналыҡ изоляция үтеү тураһында ҡарар тотторҙо.
Башҡортостан кешеләре өсөн терминалда коронавирус инфекцияһына анализ биреү өсөн медицина пункты ойошторолдо. Татарстан, Удмурт Республикалары, Пермь крайы, Силәбе һәм Һамар өлкәләре граждандарын алып ҡайтыу өсөн властар автобустар ебәргән ине.
34 транзит пассажир шул уҡ рейс менән Новосибирскиға юлланды.
Фото: “Өфө” аэропорты матбуғат хеҙмәте.