Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июль 2020, 09:05

Файҙалы кәңәштәр марафонына рәхим итегеҙ!

7 июлдә Ғаилә аҙналығы саралары эстафетаһын Файҙалы кәңәштәр марафоны дауам итә. Марафондың маҡсаты – ата-әсәнең иғтибарын балалар менән мөнәсәбәттәргә йәлеп итеү, уларҙы дөрөҫ көйләү, ғаиләлә низағҡа юл ҡуймау.

Көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 8 сәғәткә тиклем 8-800-347-5000 телефонына шылтыратып, психолог, табип, логопед, медиатор менән кәңәшләшергә мөмкин. Һеҙҙең менән бәйләнешкә ингән Наталья Слободян – ғаиләлә яҡшы мөнәсәбәт булдырыу, Анна Сальманова – баланы баҡсаға һәм мәктәпкә тиҙ өйрәтеү, ата-әсә айырылышҡанда балаға ярҙам итеү, Максим Беляев – нисек итеп низағҡа юл ҡуймау, ярашыу, Лена Калашникова – телмәр үҫтереү, Марина Латушкова – имгәнгән балаға тәүге ярҙам күрһәтеү, Руслан Сәйфуллин һәм Искәндәр Мостафин үҫмерҙәрҙе аңлау, улар менән дөрөҫ аралашыу кеүек мәсьәләләр буйынса кәңәштәрен бирер.
Фото: voshod.rbsmi.ru
Читайте нас: