Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июль 2020, 10:50

Икенсел сеймалдан эшләнгән әйберҙәр конкурсында ҡатнашҡандар

Уҡыусылар Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүсе төбәк операторы – “Дүртөйлөмелиоводстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошторған икенсел сеймалдан эшләнгән әйберҙәр конкурсында ҡатнашҡан. Ике этаптан торған конкурста барлығы 80-дән ашыу мәктәп ҡатнашҡан.

Бәйгенең беренсе этабы – мәктәптә, икенсеһе ошо белем биреү ойошмалары араһында үткәрелгән. Ә иң яҡшы эштәр социаль селтәрҙә тауыш биреү юлы менән һайлап алынған, тип хәбәр итә “Молодежная газета” баҫмаһы.
Һәр бәйге еңеүсеһеҙ булмай. Сираттағы конкурста иһә Үрге Йәркәй ауылының 1-се гимназияһының VIII класс уҡыусыһы Баязит Ваншиндың эше иң яҡшыһы тип табылған.
“Дүртөйлөмелиоводстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Лилиә Ноғаеваның белдереүенсә, ошондай саралар һөҙөмтәһендә балалар үҙҙәренә киләсәктә кәрәк буласаҡ шөғөлгә һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса ғәҙәткә эйә буласаҡ. Уҡыусылар сүп-сарҙы ҡалдыҡ ҡына түгел, эшкәртеү өсөн икенсел сеймал икәнлеген аңлап үҫәсәк. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса гимназия сүп-сарҙы йыйыу өсөн контейнерҙарҙы аласаҡ.
Әйткәндәй, был конкурс “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы һәм ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекттары сиктәрендә мөмкин булды.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: “Молодежная газета”.
Читайте нас: