Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июль 2020, 09:25

Төбәк операторҙары тейешле кимәлдә эшләй башламайынса, тариф күтәрелмәйәсәк

Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса һорауҙарға арналған кәңәшмә үтте. Видеоконференция алымында ойошторолған кәңәшмәне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров алып барҙы, сарала Борис Беляев та ҡатнашты.

Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса һорауҙарға арналған кәңәшмә үтте. Видеоконференция алымында ойошторолған кәңәшмәне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров алып барҙы, сарала Борис Беляев та ҡатнашты.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов белдереүенсә, 3 июлгә ҡарата республика буйынса сүп-сар сығарыуҙы фотофиксация менән тәьмин итеү 97% тәшкил иткән. Әлеге датаға ҡарата 281 контейнер майҙансығынан коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса фотоотчет эшләнмәй. Министр урынбаҫары билдәләүенсә, автоматлаштырылған система эшләй, әммә ҡайһы бер муниципалитеттарҙа контейнер майҙансыҡтары тураһында белешмәләрҙең актуаллеге йәһәтенән етешһеҙлектәр бар. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы "ТКО-Башҡортостан" системаһына контейнер майҙансыҡтарынан ебәрелгән фотоларҙың сифатын даими тикшереп тора, әммә, үкенескә ҡаршы, был эш бөтә ерҙә лә министрлыҡ талаптарына ярашлы башҡарылмай.
Андрей Назаров ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу эшен сифатлы ойоштороу буйынса һорауҙарҙы хәл итергә, "ТКО-Башҡортостан" системаһына кәрәкле мәғлүмәттәр индерергә ҡушты.
– Фотофиксация алымын 100 процентлыҡ итеү генә етмәй, сүп-сарҙы сығарыу буйынса алған бурыстарҙы ла үтәргә кәрәк. Тарифтарҙы күтәреү тураһында ниндәй һүҙ булыуы мөмкин? Төбәк операторҙары тейешле кимәлдә эшләй башламайынса, бындай һорау күтәрелмәйәсәк, - тине беренсе вице-премьер.
Кәңәшмәлә төбәк операторҙарына халыҡҡа коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса эшмәкәрлектәрен тәьмин итеүгә федераль бюджеттан субсидиялар бүлеү мәсьәләһе лә ҡаралды. "Экология" милли проектының "Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эшләү алымы" федераль проектына ярашлы, Башҡортостан Республикаһына 341 млн. һум аҡса бүленгән.
Бынан тыш, полигондарҙы контролдә тотоу, уларҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә ҡағылышлы һорауҙар ҙа күтәрелде. Бөгөн республика биләмәһендә дәүләт реестрына ингән 34 ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар һаҡлау полигоны иҫәпләнә. Андрей Назаров полигондарҙағы санитар талаптарҙы үтәү һәм хәүефһеҙлеккә ҡағылышлы һорауҙы ныҡлы контролгә алырға һәм киләһе кәңәшмәлә тағы берҙе ентекле ҡарарға ҡушты.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуға ҡағылышлы халыҡтың социаль селтәрҙәге мөрәжәғәттәрен анализлау, уларҙы арта барыуын күрһәткән.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас: